Свердловск өлкәһенең Новоуральск ябыҡ ҡалаһы башлығы урынбаҫары Михаил Черницкий һунарҙа һәләк була. Чиновникка 58 йәш булған. Һунарсыларҙың береһе 41 йәшлек ир, мылтығын ҡорғанда, чиновниктын янбашын яралай. Уны шунда уҡ бер һунарсының өйөнә алып барып,ашығыс ярҙам саҡырталар. Әммә бәләгә тарыусы ҡан юғалтыуҙан вафат була.