Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 15:15

Бер градусҡа һыуығыраҡ буласаҡ

Синоптиктар декабрҙә республикала һауа торошоноң үҙенсәлектәре тураһында хәбәр итте.

Башҡортостанда ҡыштың тәүге айы ғәҙәттәгенән бер градусҡа һыуығыраҡ булыуы көтөлә, тип белдерҙе Башгидромет. Уртаса һауа температураһының -11,-12 градус (норма -11), яуым-төшөмдөң ғәҙәттәгенән аҙыраҡ булыуы фаразлана.
Декабрҙең беренсе аҙнаһында республикала һауа торошон «Себер» антициклон периферияһы билдәләй. Температураның бер төрлө булмауы көтөлә, айырыуса төнгө сәғәттәрҙә: -13,-20, болотло булғанда -7,-12 градус. Көнсығыш райондарҙа -22,-27 градусҡаса һыуыҡ була, көндөҙ -7,-13, таулы райондарҙа -14, -17. Дөйөм алғанда, 1 декабрҙән 10-ына тиклем уртаса һауа температураһының норманан 3-5 градусҡа түбәнерәк булыуы көтөлә.
Ай башында әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә һәм иртән урыны менән томан.
«Башинформ»
Читайте нас: