Петербургта дүрт көн эсендә тотош бер ғаиләне ҡороғорвирус теге донъяға алып китә. Башта, 64, 61 йәшлек ир менән ҡатын, ауырыуға бирешә. Был ваҡытта 36 йәшлек ҡыҙҙары Светаны, 32 аҙналыҡ яралғы менән, яһалма тын алыу аппаратына тоташтыралар. Әммә ул да һауыға алмай. Бары тик бер тапҡыр аңына килгәндә, тыуасаҡ улын Кирилл тип атауҙарын ғына үтенә.