Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 11:35

Кемгә шәкәр кәрәк?

Һәр кешегә 24 килограмм шәкәр тура килә.

Башҡортостандағы Шишмә һәм Раевка шәкәр заводтары әҙерләнгән татлы тамырҙың өстән ике өлөшөн эшкәрткән һәм республика халҡы ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек күләмдә шәкәр етештергән, тип хәбәр итә төбәктең Ауылы хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ағымдағы йылдағы уңыштан 100 мең тонна шәкәр алынған. Тимәк, төбәктәге һәр кемгә 24 килограмм шәкәр тура килә.
Әйткәндәй, шәкәр – экспортҡа сығарылған төп аҙыҡтарҙың береһе лә. Быйыл 20 миллион долларлыҡ 51 мең тонна шәкәр һатылған. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, башҡорт ауыл сәнәғәте комплексы продукцияһы экспортының дөйөм күләме 27 ноябргә 135 миллион доллар тәшкил иткән. Ә былар барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдары ярҙамында барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектының “Агросәнәғәт продукцияһын экспортҡа сығарыу” проекты ярҙамында мөмкин булған.
Читайте нас: