Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2020, 09:15

Балалар сәләмәтлеге иғтибар үҙәгендә

МРТ аппараты донъя стандарттарының иң юғары талаптарына яуап бирә

Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһы МРТ аппаратына эйә булды. Педиаторҙар һүҙҙәре буйынса, улар хәҙер балалар сәләмәтлеген ентекле тикшерә, патологияларҙы үҙ мәлендә асыҡлап, ваҡытында дауалай аласаҡ. Ошо уңайҙан тантаналы сарала ҡатнашҡан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин да яңы МРТ аппараты донъя стандарттарының иң юғары талаптарына яуап бирә, бәләкәй пациенттарға дөрөҫ диагноздар ҡуйырлыҡ тикшерүҙәр уҙғарыу мөмкилеген тыуҙыра тип билдәләне. Аппарат “Сәләмәтлек” милли проекты сиктәрендә һатып алынды.
#Национальныепроекты
#Здравоохранение
Читайте нас: