Белоруссияла президент һайлауҙарынан һуң килеп тыуған хәл хафа тыуҙыра. Владимир Путин фекеренсә, һайлауҙарҙан һуң тыуған конфликт һәр ил өсөн тәбиғи. Әммә Белоруссия осрағында бер нисә хафалы тенденция күҙәтелә. “Ситтән булған таяныс, матди һәм мәғлүмәти ярҙам һ.б”, - тип телгә алды Рәсәй лидеры. Быға тиклем Владимир Путин Белоруссия халҡының мәьсәләне хәл итер өсөн сит-яттарға мөрәжәғәт итмәҫлек сәйәси аңы барҙыр тип өмөтләнгәйне. Ул, күрше дәүләт халҡына, ниндәй ҙә булһа ҡәтғи хәрәткәттәргә мөрәжәғәт итмәйенсә, ил эсендә эшләп килгән төрлө сәйәси көстәр араһында диалогты яйға һалырға кәңәш итте.