+3 °С
Ясна
Декабрь башында Башҡортостанға COVID-19-ға ҡаршы вакцина килтерелә. «Яңы коронавирус инфекцияһынан вакцинаны ҡабул итергә әҙерләнәбеҙ. «Спутник V» вакцинаһы өсөн махсус һаҡлау урындары әҙер. Ошо вакцина менән эш һәм тейешле инструктаж үткәрелгән», — тип белдерҙе Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Максим Забелин дүшәмбе республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, үҙ сиратында, COVID-19-ҙан күпләп вакцинациялауға әҙерләнергә ҡушты. Уның һүҙҙәренсә, республикала һынап ҡаралған вакцина үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы.