Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 23:45

...РУС ТЕЛДӘРЕ СИФАТЛЫРАҠ УҠЫТЫЛҺА, ТУҒАН ТЕЛ ДӘРЕСТӘРЕ ҺАҠЛАНЫР ИНЕ...

...Ғөмүмән, рус телен өйрәнеүгә бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған һымаҡ. Хатта артығы менән, тип әйтһәң дә булалыр..

...Күп кенә рус мәктәптәрендә туған телде өйрәнеү өсөн бүленгән сәғәттәрҙе рус теленә бирәләр. Имеш, рус теленән - ЕГЭ...
...Шуныһы ҡыҙыҡ: уҡыу планы буйынса, иң күп сәғәттәр рус теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн бүленгән, аҙнаһына - 72 сәғәт. (1-сенән 11-се класҡа тиклем була инде, математика икенсе урында - 61 сәғәт)
...Тағы ла 9-сы һәм 11-се синыфтарға, рус теленән ЕГЭ-гә әҙерләһендәр тип, 1-2 сәғәт факультатив өҫтәйҙәр. "Родной русский" дәрестәре индерелде...
...Шулай уҡ башҡа бөтә предметтар ҙа рус телендә уҡытыла...
...Ата-әсәләр рус теленән репетиторҙар яллайҙар...
...Бөтә мәктәп саралары, кисәләре рус телендә алып барыла. Тәнәфестә балалар рус телендә аралашалар. Бөтә гаджеттар, мультфильмдар (һ.б.) рус телендә...
...Йыш ҡына юғары уҡыу йорттарының ғалимдары, мәктәптәргә килеп, рус теленән лекция уҡыйҙар. Мәктәптәрҙә йылына бер нисә тапҡыр рус теленән "пробный" ЕГЭ үткәрелә...
...Ғөмүмән, рус телен өйрәнеүгә бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған һымаҡ. Хатта артығы менән, тип әйтһәң дә булалыр...
...Юҡ икән шул: туған телдәр өсөн бүленгән сәғәттәрҙе рус теленә тартып ала башланылар...
...Ниндәйҙер парадокс: башҡа предмет уҡытыусылары ЕГЭ-гә үҙҙәренә бүленгән сәғәттәр эсендә әҙерләй алалар, ә рус телдәренә һәр ваҡыт етмәй...
...Ирекһеҙҙән, беҙҙең республикала рус телен уҡытыу бик түбән кимәлдә икән, тигән һығымтаға киләһең...
...Рус теле методикаһының сифатын күтәреп, үҙҙәренә бүленгән сәғәттәр эсендә сифатлы белем биреп өйрәнһәләр, туған телдәр өсөн бүленгән сәғәттәр һаҡланыр һәм ниндәйҙер конфликттар юҡҡа сығыр ине...
Читайте нас: