Краснодар крайында дүрт кешенән торған тотош ғаилә төшкө аш мәлендә ағыулана. Аҙыҡты улар ғәҙәттәгесә урындағы магазиндан алғандар. Организмға эләккән көслө ағыуҙан шунда уҡ барыһына ла ҡыйын була башлай. Ғаилә башлығы аңын юғалта башлағанын аңлап, “Тиҙ ярҙам” саҡырып өлгөрә. Ир менән ҡатынды һәм өлкән ҡыҙҙарын ҡотҡарып өлгөрәләр. Ә бына биш йәшлек ҡыҙ урында уҡ йән бирә.