Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 19:10

Ундай әсәйҙәрҙе ер нисек күтәрә икән?

Бала өшөүҙән күгәрә башлаған була.

Улан-Удэла тимер юл станцияһында эшләүсе Олег исемле эшсе тартырға тышҡа сыға. Йөк поезы платформаһында ятҡан пакеттың эсендә нимәлер ҡыймырлауын һәм зәғиф кенә өн сығыуын шәйләп ҡала. Ғәҙәтенсә бесәй балаларын ташлап киткәндәрҙер тип уйлап, пакетты ала ла ундағы йән эйәһен ашатыу теләге менән эш урынына юллана. Әммә асып ҡарағас, күҙе маңлайына менә. Унда өшөүҙән күгәрә башлаған, иҫке сепрәк-сапраҡҡа ғына төрөлгән яңы тыуған сабый була.
Бәләкәсте ауыр хәлдә дауаханаға оҙаталар. Һуңғараҡ әсәһен дә эҙләп табалар. 39 йәшлек ҡатындың етенсе балаһы булыуы асыҡлана.
Читайте нас: