Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2020, 22:30

Ике егет туңып үлгән

Ҡар ҡаплаған машинаны ташландыҡ трассала табып алалар.

Саха (Яҡут) республикаһында ике егет бер аҙна буйы машина эсендә туңып ята...
Ҡар ҡаплаған машинаны ташландыҡ трассала табып алалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берәүһе түңып үлгән була, икенсеһен ауыр хәлдә дауханаға оҙаталар.
18 йәшлек егеттәр 28 ноябрҙа Якутск ҡалаһынан Магаданға ҡарай юллана, ләкин ҡалаға барып етә алмайҙар, бәйләнешкә лә сыҡмайҙар. Аҙна дауамында эҙләгәндән һуң, ниһайәт, 5 декабрҙә табып алалар...
Һалҡын көндәр башланды. Тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡышҡы көндәрҙә алыҫ юлға сығыуҙан тыйылып торарға ҡуша. Үҙебеҙҙе лә, яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ.
Читайте нас: