Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2020, 21:55

Водитель ике ауыл араһында 23 баланы төшөрөп ҡалдыра

Әсәйҙәр, зинһар, телефондарығыҙҙан аҙға ғына арынып, ваҡытығыҙҙы тәрбиә эшенә лә бүлегеҙ!

Калугала мәктәп автобусын йөрөтөүсе водитель беренсе класта уҡыусы 23 баланы ике ауыл уртаһында төшөрөп ҡалдыра. Беренселәр Лихун ауылына уҡырға йәйәүләп китәләр.
Оло кешенең был аҙымға барыуының сәбәбе лә бар. Мәктәпкә юлланғанда балалар шаяра башлайҙар. Һәр береһенең урыны янына ҡуйылған SOS төймәһенә туҡтауһыҙ баҫалар. Ә өс тапҡыр был сигнал бирелһә, автобус йөрөмәй ҙә ҡуя. Водитель тыңлауһыҙ уҡыусыларҙы тынысландырып, киҫәтеп ҡарай. Әммә киҫекһеҙҙәр уның әйткәненә ҡолаҡ та һалмайҙар. Аҙағы иһә билдәле.
Оло ир кешенең был ҡылығы прокуратура тарафынан тикшерелә башлаған. Ләкин интернет селтәрендәге халыҡ водитель яҡлы. Улар иң тәү сиратта балаларҙың ата-әсәләре ғәйепле, тип баралар. “Әсәйҙәр, зинһар, телефондарығыҙҙан аҙға ғына арынып, ваҡытығыҙҙы тәрбиә эшенә лә бүлегеҙ!”, - тиҙәр улар.
Читайте нас: