Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2020, 21:45

Башҡорт теленә яңыса ҡараш ниндәй булырға тейеш?

Был сара нимәне күҙ уңында тота?

12 декабрҙә Арт-квадратта «Башҡорт теленә яңы ҡараш» тип аталған сара ойошторола. Унда башҡорт телен популярлаштырыу буйынса проекттарҙың презентацияһы була.Сара офлайн һәм онлайн уҙғарыла: коронавирус пандемияһы шарттарында бөтәһен дә бер майҙансыҡҡа йыйыу мөмкин түгел. Проект авторҙары, йәмәғәтселек фекере лидерҙары туранан-тура ҡатнаша, ә киң аудиторияға Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура трансляция ойошторола.
Ҡатнашыусылар башҡортса-русса һәм русса-башҡортса тәржемәсенең яңы веб-порталы, башҡорт телен өйрәнеү өсөн мобиль ҡушымталар, «Аҫылташ» бренды тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин.

Ойоштороусылар – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды. Махус ҡунаҡ – йәш ҡурайсы Юлай Ҡасимов.

Читайте нас: