Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2020, 11:50

Беҙ иң тәүгеләр рәтендә

Республикала һыу объекттарын сүп-сарҙан һәм ағас ҡалдыҡтарынан таҙартыу буйынса 600-ҙән ашыу сара үткәрелгән, 2500 километр яр буйҙары таҙартылған, акцияла 40 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй ярҙарҙы сүп-сарҙан таҙартыу акцияһы һөҙөмтәләре билдәле булды.
Ошо сара йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың был йәһәттән иң ҙур уңышҡа өлгәшкән биш төбәк араһында икәне асыҡланды. Республика бер нисә йыл инде ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проектының “Уникаль һыу ятҡылыҡтарын һаҡлау” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырылған “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй ярҙарҙы сүп-сарҙан таҙартыу акцияһында ҡатнаша. Был сара йыл һайын Башҡортостанда апрель – октябрь айҙарында үткәрелә һәм “Йәшел Башҡортостан” экологик проекты планына индерелгән.
Шулай итеп, республикала һыу объекттарын сүп-сарҙан һәм ағас ҡалдыҡтарынан таҙартыу буйынса 600-ҙән ашыу сара үткәрелгән, 2500 километр яр буйҙары таҙартылған, акцияла 40 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Беренсе урынды – Ингушетия, икенсене – Төньяҡ Осетия-Алания, өсөнсөнө – Татарстан, дүртенсе урынды Калуга өлкәһе яулаған. Ә бишенселә – Башҡортостан.
Бөтә Рәсәй акцияһында 822 мең кеше ҡатнашҡан, 16 мең километрҙан ашыу яр буйҙары таҙартылған, 35,7 мең кубометр сүп-сар йыйылған.
Читайте нас: