Беҙҙең халыҡтың кеше тормошо менән ҡыҙыҡһынырға яратыуы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Мәҫәлән, йәш саҡта, ҡасан өйләнәһең, ҡасан кейәүгә сығаһын, тип төпсөнөп йөҙәтәләр. Ә инде ғаилә ҡороп йәшәй башлаһаң, тағы ла һорауҙар яуа – ҡасан бәпәй алып ҡайтаһығыҙ? Талантлы йырсы Гөлназ Асаеванан да ошо хаҡта күп ҡыҙыҡһыналар. Был хаҡта йырсы “Интертат” сайтында былай тип яуап биргән. “Вилдан – теләй, мин – юҡ. Минеңсә, әсәй булыу – ул ҙур яуаплылыҡ. Уға әҙер булырға кәрәк. Ә мин әле уйнап-көлөп йөрөйөм. Вилдан:“Ҡыҙ ғына тапма, минең уның өсөн йөрәгем өҙөләсәк”, – ти. Хәҙер бит ҡыҙҙарҙың төрлөһө була. Уларҙы йәнеңде биреп үҫтерәһең, ә унан һуң берәй нәмә булырға мөмкин... Вилдан һүҙҙәренсә, быға уның йөрәге түҙмәҫ ине. Кем белә бит... “