Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2020, 18:45

Серле һандыҡ асҡандай асам

Республиканан ситтә йәшәүсе милләттәшебеҙ Ләйсән Исҡужинаның “Шоңҡар”ҙың туғыҙынсы һанына күҙәтеүе.

Шоңҡар журналының 2020 йылының 9-сы һанын серле һандыҡты асырға әҙерләнгәндәй, тулҡынланып ҡулыма алам. Нимә әҙерләгән икән был юлы редакция хеҙмәткәрҙәре.
Гөлнур Ҡыуатованың ныҡышмал, төрлө яҡтан талантлы Владислав Глухов хаҡындағы мәҡәләһе беренсе биттән үк йөрәкте елкетте һәм беләккә көс өҫтәне. Көслө рухлы, тормошто яратҡан геройҙар менән танышыу көҙгө ямғырлы көндәрҙе ҡояшлы итә, киләсәккә ышаныс уята.
Мораҙым тарлауығы хаҡында кешенән генә ишетеп белә инем быға тиклем. Рәзинә Зәйнетдинованың Башҡортостаныбыҙҙың иң хозур урындарының береһе хаҡындағы мәҡәләһен айырыуса кинәнес менән уҡыным. Барып килгәндәй булдым, хатта. Рәзинәнең күҙҙәре менән һүҙҙәргә ҡоролған сәйәхәттән табандарым юл көҫәп, рәхәт кенә сәнскеләп алды. Киләһе йәйҙә ошо матур төбәкте үҙ күҙҙәрем менән барып күрергә тигән маҡсат алдым.
Миңзәлә Сиргәлинәнең Ун көнлөк ғүмер тигән хикәйәһен уҡып, йөрәккә шом ояланы. Көслө хикәйә хистәрҙе айҡарға тейеш тиҙәр.
Ауыр уйҙарҙан ҡотолор өсөн шәпләп, Шоңҡарҙың киләһе биттәренә йүгерҙем. Һәм бына һиңә мә. Кеше ерҙе биҙәр өсөн тыуа тигән мәҡәлә. Уның геройы Айзилә Мөлөкова менән инстаграм селтәре аша танышмын. Тырыш, алдынғы ҡарашлы, заман ҡыҙының тормошо, проекттары менән ҡыҙыҡһынып барам. Яратҡан журналымда Айзиләне күреү, оҙаҡ күрмәй торған туғаның менән осрашып, бер самауыр сәй эсеү менән бер. Венер Исхаҡов ағайға йылы әңғәмә өсөн рәхмәт.
Яҙмыштар ярында рубрикаһы аҫтында сыҡҡан Гөлсибәр менән Сашаның трагедияһын уҡымаҫҡа кәрәк булған миңә. Күңелгә ауыр булып ятты, бер килке уйҙарымдан арына алмай йөрөнөм.
Шоңҡарҙың 27- се битендә мине сюрприз көтөп торған да баһа. Минең яратҡан шағирҙарымдың береһе, һоҡланғыс шәхес Роберт Миңнуллин тураһындағы хәтирәлере менән Айгиз Баймөхәмәтов ихлас һәм йомарт бүлешә. Роберт ағай инстаграмда шәхси аккаунтын әүҙем алып барҙы бит. Мин көндә уның шиғырҙарын, аҡыллы фекерҙәрен уҡып, йыуана инем. Шул тиклем яҡын кешегә әүрелгән ине шағир минең өсөн. Әле буһа ла уның шәхси битенә кереп, яҙмаларын ҡат-ҡат ҡараштырам.
Лотерея уйнамаһам да, лудомания тураһында ҡыҙыҡһынып уҡыным. Лудомания термины менән беренсегә таныштым.
Ябай халыҡты алдап, телефон, интернет аша аҡса эшләүселәр тураһында яҙыуҙы хуплайым. Сөнки мутлашыу схемалары йылдан-йыл шымартыла. Авито аша ғына күпме халыҡ алдана, ә йорттарыбыҙға кереп, күпме алдап сығалар. Ошондай осраҡтар хаҡында йышыраҡ яҙығыҙ.
Бесәйҙәр яҙмышы тигән мәҡәләне ҡыҙым менән икәүләп уҡыныҡ. Сөнки ул бесәйҙәр тураһында уҡырға ярата. Үҙенең Мурзай исемле бесәйен инша яҙһынмы, һүрәт төшөрһөнме, бар ергә лә ҡыҫтыра.
Тикшереү көткәндә тигән юмористик хикәйә туранан-тура минең һөнәргә ҡағылғас, көлә-көлә, рәхәтләнеп уҡыным.
Заманыбыҙҙың сире, һәр беребеҙгә лә ҡағылған коронавирус хаҡындағы мәҡәлә лә бик урынлы һәм кәрәкле был һанда.
Гөлшат Әхмәтҡужинаның күләмле генә повесына ҡул етмәне әле. Ял ваҡыттарын көтөп ята әлегә. Тәмле әйберҙе аҙаҡҡа ҡалдырһаң ишеү ҙә яҡшыраҡ.
Ләйсән Искужина.
Читайте нас: