Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2020, 08:25

Үзбәктәр ниңә килгән?

Утыҙ эшҡыуарҙың Өфөгә килеү маҡсаты ниндәй?

Бөгөн Өфөлә Рәсәй-Үзбәкстан йәштәр эшҡыуарлыҡ форумы башланды. Ул 10 декабргә тиклем дауам итә.
Сараның маҡсаты – Рәсәй һәм Үзбәкстан эшҡыуарҙары араһында эшлекле мөнәсәбәтте нығытыуға булышлыҡ итеү. Үзбәкстандан утыҙ кәсепсенән торған делегация Башҡортостанға эшҡыуарлыҡ форумына килһә, ике илдән тағы йөҙҙән ашыу йүнсел онлайн форматта ҡатнашасаҡ.
Эшҡыуарлыҡ форумы программаһына ярашлы, ике яҡтың йәш йүнселдәре араһында хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек һәм хеҙмәт мигранттарына ярҙам итеү мәсьәләһе ҡараласаҡ.
Форумды Йәштәр эштәре буйынса федераль, Үзбәкстандың Йәштәр эштәре буйынса агентлыҡтары һәм Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора.
Сарала ҡатнашыу мәсьәләләре менән Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың халыҡ-ара эшмәкәрлек бүлеге етәксеһе Татьяна Селиверстова шөғөлләнә: [email protected].
Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә ғәмәлдә булған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: