Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2020, 20:20

Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле проектын күрергә теләһәгеҙ...

Экспозиция иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.

Өфөлә йәшәүселәргә генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең проекттарын күрһәтәләр. Теләге булғандар 14-16 декабрҙә «Торатау» конгресс-холында асыҡ ишектәр көнөндә конкурс эштәрен ҡарай ала. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
«Әйҙәгеҙ, был варианттарҙы бергәләп ҡарайыҡ, бәлки, улар араһында беҙ ҡуясаҡ һәйкәлдең макеты барҙыр, — тип мөрәжәғәт итте ул яҙылыусыларға. — Еңеүсене билдәләгәндә конкурс комиссияһы һәр фекерҙе иҫәпкә ала. Бер нисә тапҡыр әйткәнемсә, төҙөкләндерелгәндән һуң Совет майҙаны беҙҙең «Ҡыҙыл майҙан»ға әүерелергә тейеш».
Рәсәй Геройының буласаҡ монументы проекттары конкурсына 19 эскиз һәм өс үлсәүле модель ҡабул ителгән. Уларҙы фотоға төшөрөү тыйылған (авторҙың хоҡуғы). Ләкин республика халҡы махсус бланктарҙа үҙҙәренең баһаламаһын ҡалдыра ала.
Экспозиция иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Алдан яҙылыу өсөн телефон: +7-927-327-77-24 (иртәнге сәғәт 10-дан 5-кә тиклем).
Читайте нас: