“Октябрь айында ауыл хужалығы министрылы тарафынан сыр етештереү буйынса курстар ойошторолдо. Был хаҡта белеп ҡалғас та, яҙылдым. Минең күптәнге хыялым ине ул. Шуға хәҙер һөт миҙгелен түҙемһеҙлек менән көтәм, үҙемде сыр етештереү өлкәһендә һынап ҡарарға теләйем, - ти ул. - Фермала ла беҙ барлыҡ ғаиләбеҙ менән эшәләйбеҙ. Ә хәҙер, “Яңы эш балаусы фермер” прграммаһы ярҙамында, беҙҙең ике эшсебеҙ ҙә барлыҡҡа киләсәк". Был аҡсаға Гөлнара һөт һыуытҡыс, барлыҡ кәрәкле техника һәм ун баш мал алған. Гөлнара Ғәниева – фермерҙар нәҫеленән. Һөнәре буйынса иҡтисадсы.