Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2020, 21:20

Тел тарихына булған ҡыҙыҡһыныу, күрәһең, миңә "Шоңҡар" журналы аша ла "йоҡто"...

Филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы доценты Миләүшә Арыҫланова “Шоңҡар” журналына күҙәтеү яһай.

"Шоңҡар" менән мәктәп йылдарынан таныш мин. Өфөлә уҡыған яҡташым тотош ауылды журналға яҙҙырып китте. Иң иҫтә ҡалған һаны минең өсөн 1996 йылда сыҡты, ул тотош Салауат Ғәлләмовтың "Урал батыр" эпосын тикшереүгә арналғайны. Иҫем китеп уҡыным. Ул ваҡытта мин студент инем. Гильгамеш менән Урал батыр араһында сағыштырыуҙар, фәлсәфә, башҡорттар менән ҡурд (курды) халҡы араһында тап килгән йөҙ, кейем, йолалар тураһында ла ине журналдың ул һаны. Ныҡ тетрәнеп уҡыным. Тел тарихына булған ҡыҙыҡһыныу, күрәһең, миңә "Шоңҡар" журналы аша ла "йоҡто".
Журнал менән оҙаҡҡа айырылышҡан саҡтар булманы. Һәр мәҡәләне ҡыҙыҡһынып, һәр ижад емешен йотлоғоп уҡыйым. Әлбиттә, бер тынала түгел, ә яйлап... Һаулыҡ тураһында уҡығанда күп нәмәләр асыла минең өсөн. Сәйәхәттәр тураһында ла уҡыу бик оҡшай.
Сәйәхәт итергә мөмкинлек булмаһа, әйҙә, рәхәтләнеп "Шоңҡар" менән донъяны гиҙ! Йәй көнө 7-се һанда "Башҡорт донъяһы" рубрикаһында Лангепас ҡалаһы хаҡында матур ғына мәҡәлә баҫылғайны, авторы Гөлнур Юлдашева. Себер ҡалаларын бала саҡтан беләбеҙ, сөнки йәйге каникулдарға шунан йәштәштәр ҡайтыр ине. Төмән, Сорғот, Яңы Уренгой һәм Лангепас ҡалаларында милләттәштәр күптән йәшәй. Журналдың аҙашы икән был ҡалалағы башҡорт-татар ойошмаһы, ул да "Шоңҡар". Ҡыҙыҡһындырып, тәфсирләп яҙа автор: һәр исем артында Башҡортостандың ниндәй төбәгенән килгән, ойошмала нимә менән шөғөлләнә. Йыраҡ күренгән Лангепаста 3 мең башҡорт йәшәй икән. Уларҙың спектаклдәр, концерттар ҡуйып, әҙәби кисәләр үткәреп, үҙ телен, йолаларын онотмай йәшәүен күрһәткән автор был мәҡәләлә. Әҙерәк һағыш бөркөлә... Әммә әҙәм балаһына ҡайҙа ла йәшәргә кәрәк бит.
Ошо һанда бәләкәй генә китапсык та бар, ул шифалы үләндәр тураһында, "Дауа - аяҡ аҫтында" тип атала ул. Мин яратҡан әрем, һары мәтрүшкә, юл япрағы тураһында тағы ла мәғлүмәт тупланым!
Шоңҡар ҙа һаулыҡ менән бәйле мәҡәләләр йыш баҫыла, был һанда һыра зарары тураһында ентекле яҙылған, "һыра ғына эсәм дә инде", тигән кешеләрҙең күҙен асыу өсөн шәп мәҡәлә!
Яҡтыҡул шифаханаһы тураһында уның тарихы, файҙаһы, килгән ҡунаҡтарҙың кисерештәре, һауығыуы хаҡында ла уҡып, эх, бараһы ине, тип ҡуйҙым, Венер Исхаҡовтың "Имләй ләме, һауа, урманы"н уҡып!
Сәйәхәт итергә теләүселәр өсөн Зиннур Исҡужиндан кәрәкле кәңәштәр ҙә бар был һанда, ул Bash Travell ойошмаһын етәкләй. Гөлнара Мостафина мәҡәләһен бик оптимистик ҡарашта яҙған, туризм сәскә атыр, ти ул, Башҡортостанда. Зиннур үҙе тәжрибәле сәйәхәтсе, күпте күргән. Уның белгән, күргәндәре тәү башлап сәйәхәткә сығыусылар өсөн бик ҡулай.
Танһыҡ әҫәр - Рәшит Солтангәрәевтың "Яғылмаған мейес"ендә ҡатын - ҡыҙ яҙмышын яҙыусы әҫәрҙәрендә оҫта тасуирлай. Ғорур Кәфиә яҙмышы ҡыҙғаныс... Яңғыҙлыҡҡа үҙен дусар итеүсе ҡатын хатаһын аңлай, тик аҙым яһалған, ҡулдары менән бәхетен емергән шул. Мейесте лә йылы булһын өсөн яғып, йылытып торалар, ә кеше күңеленә һәр саҡ йылы мөнәсәбәт кәрәк. Фәрит әйткән һүҙҙәр хаҡ шул :"Яғылмаған мейес шикелле Кәфиә". Ҡатын-ҡыҙ йылы бөркөп торорға тейеш тә бит. Әҫәр ауыр тойғолар ҡалдырҙы, беҙҙең замандың афәте - яңғыҙлыҡ проблемаһының ҡайҙан килеп сығырға мөмкинлеген күрһәткән шул яҙыусы.
Читайте нас: