Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2020, 09:00

Вакцина - ул "аҙ миҡдарҙағы сир"

“Әгәр ҙә кешенең иммун системаһы тулы көсөнә эшләмәһә, вакцина йөҙ проценҡа сирҙән һаҡлай алмай”, - ти ул.

Организмға коронавирустың үтеп инеүенә ике фактор ҡамасаулай: тыумыштан булған иммунитет һәм вакцианация. Был хаҡта медицина фәндәре кандидаты Андрей Цветков хәбәр итә.
“Әгәр ҙә кешенең иммунитеты тулы көсөнә эшләмәһә, вакцина йөҙ проценҡа сирҙән һаҡлай алмай”, - ти ул.
Шулай уҡ ғалим вакцинация – ул "аҙ миҡдарҙағы сир" һәм шуның ярҙамында организм инфекция менән көрәшерегә өйрәнә, тип тә билдәләй. Вице-премьер Татьяна Голикова, коронавирустан вакцина эшләткәндән һуң, 42 көн дауамында спиртлы эсемлектән тыйылып торорға кәңәш итә. Уның һүҙҙәренсә, тап ошо осорҙа иммунитет барлыҡҡа килеү процессы формалаша. Шулай уҡ был ваҡытта кеше күпләп йөрөгән урындарҙа булмау, битлек кейеп йөрөү, дистанция һаҡлау һорала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2 декабрҙә Владимир Путин коронавирустан вкациянациялауҙы башларға ҡушты.
#ВладимирПутин
Читайте нас: