...Күҙәтеүем Хәмзә Ишдәүләтовтың “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” документаль повесы тирәһендә.
Был повеста автор үҙенең төп геройҙарының образдары аша меңәрләгән кешенең әсе яҙмышын сағылдыра. Совет власы урынлашҡас, колхоз-совхоздар төҙөлә башлаған бер ваҡытта, урта хәлле, бай ғәиләләргә ҡаты һынау кисерергә тура килә. Ғүмер буйы тырышып хәләл көс менән тапҡан малдарын,йорт кәрәк-яраҡтарын тартып алып “кулак” тигән мөһөр тағып, үҙҙәрен Себер тарафтарына һөргөнгә ебәрәләр. Минең ата-бабаларымды ла ситләтеп үтмәй был яҙмыш. Олатайымды дүрт ат аҫырағаны өсөн ҡулға алалар,ниндәйҙер юлдар менән ҡотолоп ҡала. Күптәре ошондай хәлдәрҙең буласағын белеп, алып китерҙәй мөлкәтен алып,ҡалғандарын тыран-заран итеп, үзбәк, ҡазаҡ, төрөкмән, ҡырғыҙ илдәренә ҡасып китергә мәжбүр булалар һәм мәңгелеккә шунда төпләнеп ҡалалар. Ауыр һуғыштан һуң, илдә аслыҡ, яланғаслыҡтан ыҙа сиккән йәш елкенсәктәр шул ситтә төпләнеп ҡалған туған-тумасларының артынан юлланалар. Беҙҙә, үҙебеҙҙең илдә тыуа торған балалар ситтә тыуалар. Уларҙың балалары беҙҙең өсөн ят. Халҡыбыҙҙың кәмеүе лә бит шунан башлана.
Автор үҙенең әҫәрендә булдыҡлы, эшһөйәр, ҡанында йәшәү дәрте ташып торған аҡыллы кешенең бер ерҙә лә юғалып ҡалмағанын һүрәтләй. Бер үк ваҡытта халыҡтар дуҫлығына ла баҫым яһай. Үҙҙәренә ни тиклем ҡурҡыныс яһауҙарын белә тороп та,ҡаҙаҡ ғәиләһе, ундағы хәкимиәт тә, үҫмер егетте йылы ҡабул итә.
Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйтәһе килә, кешегә бер йәмғиәт тормошонда ла еңел генә йәшәү бирелмәгән. Тормош - көрәш! Эшләргә, тырышырға,ҡаршылыҡтарҙы еңә белергә кәрәк.
...Бармы әле был тормошта,
Табалғандар ысын дөрөҫтө,
Яҡлай алған халҡын яманлыҡтан,
Еңәлгәндәр ғәҙелһеҙлекте.
Ярлы- ябаға, серегән байҙар,
Юҡ түгелдәр, бөгөн дә барҙар.
Ярлыға бай кәрәк, байға-ярлы,
Бер ҡаҙанда улар ҡайнайҙар!
Тормош ҡанундары шулай бит ул,
Үҙгәртерлек юҡтыр бер сара.
Донъя матур, илем сәскә ата,
Йәшәр кәрәк, ҡарап тик Алға!
Рәзинә Урманшина үҙенең “Бер рәхәттең мең ҡыйыны, йәки ярты быуаттан элекке тормошҡа ҡайтабыҙмы?” тигән яҙмаһында йәшәйшебеҙ өсөн иң мөһим - экология проблемаһын күтәрә. Ысынлап та, бөгөнгө көндәрҙә беҙ утты, һыуҙы көндәлек тормошта бушҡа тигеләй бик күп сарыф итәбеҙ. Иң ябай, һауыт-һаба йыуыу, душ кереү, ваннла йыуыныуҙы ғына алып ҡарайыҡ. Һауыт-һаба йыуыу өсөн ниндәй генә шыйыҡса ҡулланмайбыҙ, уларҙы саяҡатып, йыуып төшөрөү өсөн күпме һыу түгелә! Ниндәй генә йылытыу ҡорамалдары юҡ! Кәрәкме, кәрәкмәйме ҡулланабыҙ, эконмламайбыҙ! Автор Европа илдәренең өлгөһөн дөрөҫ күрһәткән! Һәр нимә лә сама кәрәк!
Инәйем беҙ үҫкәндә “Һыуҙы күп түгергә ярамай, Аллаһа Тәғәлә алдында ғонахлы булмағыҙ”, тип киҫәтеп кенә торор ине. Һауыт-һабаны бер алтырға ҡайнар һыу һалып йүкә йыуғыс менән бер йыуып алып, бер саяҡатһаҡ етә лә ҡуя ине. Мунса яҡһаҡ, үҙебеҙ кереп бөткәндән һуң: “Эй мунсаның эҫеһе күп, һүрелеп әрәм булмаһын, ҡайнар һыуы ла бар. Бар күршеләргә әйтегеҙ кереп йыуынып сыҡһындар, берәй биҙрә һалҡын һыу алып барһалар етә”, - тип, беҙҙе йүгертер ине. Шулай бер яҡтан, алмаш-тилмәш мунса керетешеп утҡа-һыуға эконом яһаһалар, икенсе яҡлап, күрше-ара дуҫлыҡты нығытҡандар. Боронғолар уҡый-яҙа белмәһәләр ҙә, ғилми белемдәре булмаһа ла, бер нимә лә мәңгелек түгеллеген белгәндәр һәм һаҡсыллыҡ төшөнсәһенә ныҡ баҫым яһағандар!
Мин элеккесә тормошҡа саҡырмайым, әммә авторҙың яҙмаларын хуплап, ошондай алға киткән техник поргресс осоронда,б ар ерҙә лә һаҡсыллыҡҡа иғтибар кәрәклеген генә әйтергә теләйем.
Исхаҡ Байбудиндың “Әҙиптәр тормошонан” тигән яҙмаһы ла бик оҡшаны. Мәктәптә уҡығанда һоҡланып ҡараған фото-рәсемдәрҙе күреү, кинәт балалыҡ йыдарына алып ҡайтты, ә яҙмаларын уҡыу дәртләндереп үк ебәрҙе! Эрнест Хемингуейҙың әҫәрҙәрен инглиз телендә уҡый инем һәм күңелгә шул тиклем ныҡ яҡын була торған ине. Ә уның алты һүҙҙән торған хикәйәһен белмәй инем әле. Улай ҙа була икән, мин дә яҙып ҡарайым әле:
,,,Күп милләтле, берҙәм башҡорт илендә халыҡ бергә булғанда, иҫәп алыу уңышлы үтәсәк!”
Был Рим Йәнғужиндың “Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыу”, тигән яҙмаһына ҡарата.
Үәт, Ишдәүләт Сафиуллиндың “Хулиган”ына битараф ҡала алмайым! Сөнки дүрт тиҫтәгә яҡын уҡытыусы булып эшләгән дәүеремдә бындай “Карамовтар” менән әҙ көрәшмәнем! Ун һигеҙ йәштә генә, бер йыллыҡ инглиз теле уҡытыусылар әҙерләу мәктәбен тамамлап килеп эшләй башлағайным, 36 уҡыусыһы булған класҡа етәксе итеп ҡуйҙылар. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та ине, уҡытыусы булып эшлгән кеше генә аңлай был хәлде.Алданым да, йүкә шынаһын да ҡаҡтым, бергә уйнаным, дәрестәрҙе бергә әҙерләнек, туҡтауһыҙ кластан тыш саралар ойоштороп,э кскурсияларға, тимур командаларына йөрөп, бынамын тигән кешеләр тәрбиәләп сығара алдым. Артабан, Карамовтар ғына түгел, “Карамовалы” кластар ҙа эләгеп тора ине, төрлө юлдар менән уртаҡ тел табырға тырыштым. Автор үҙенең хикәйәһендә бик уңышлы итеп , уҡытыусы ролен ир-егеткә тапшырған. Ҡайһылай оҫта ғына алымдар менән әүерәтеп ала “хулиганды”. Оҫта ҡулында таш тимер ҙә еңел генә бөгөлә шул! Һуңғы осорҙа мәктәптәрҙә ир уҡытыусылар бөтөнләй юҡ тиерлек. Был,әлбиттә уҡытыу-тәрбиә эшенә ыңғай күренеш түгел.
Әнүр Вәхитовтың “Өс бөртөк бойҙай”ы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлмира Әхмәт ҡыҙына уңышлы класс сәғәте үткәрергә ярҙам итһә, тыл һәм хеҙмәт ветераны Әфҡәт Мәүлимбирҙе улы Ниғмәтулла улына әҫәрҙәге малайҙарҙың береһе үҙе икәнен белеү шатландырһа, автор Рәзинә Зәйнетдинова Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата уңышлы яҙма була. Бына ҡвйҙа ул,”Өс бөртөк бойҙай”ҙың көсө!
Бөгөнгө көндә эшҡыуарлыҡ киң ҡолас алды. Йәнеңә теләгән бөтә нимәне һатып алып була, намыҫ менән аҡылдан башҡаны. Һатыу нөктәләре күбәйҙе, интернеттән нимә генә тәҡдим итмәйҙәр, хатта ҡарсыҡтар ҙа спиртле эсемлектәр һатырға кереште...
Ҡайҙа табан барабыҙ, хаҡлыбыҙмы, әллә нисек, хәләлме хараммы, шул турала уйланып бәйән итә Илдар Ғәбитов тигән уҙаман.
Гөлнур Ҡыуатованың “Ҡортсолоҡ - ауыр, әммә файҙалы кәсеп” тигән яҙмаһы исеменән үк,х алыҡ өсөн иң кәрәкле яҙма икәнлеген ҡысҡырып тора.
Айгиз Баймөхәмәтовтың нескә күңеллеге, хистәргә бирелеүсәнлеге хатта,т өштәрендә лә сағыла.
Эйе, һуңғы осорҙа әллә ныҡ етеш йәшәүҙән ,әллә нимәнәндер кешеләр бер-беренән һыуынғандай кеүек тойола башланы. Быға ергә килгән яман сир ҙә булышлыҡ итә кеүек. Беҙ, гүйә был ергә мәңгелеккә килгәнбеҙ! Ҡай саҡта"һауа"нан йөрөй башлайбыҙ, туған-туған түгел, яҡын дуҫты ла ҡайсаҡ күрмәйбеҙ, ниндәйҙер ҡыйынлыҡ ишек ҡаҡҡанға тиклем. Был донъяла беҙ ҡунаҡ ҡына, шуға ла беҙгә-кешеләргә, иң көслө йән эйәләренә бер-беребеҙҙе һөйөп, ҡеүәтләп кенә йәшәргә кәрәклекте аңлата Айгиз туғандың"Һуңғы һүҙ" яҙмаһы. Үҙенә ныҡ кәрәк һәм ҡиммәт нимәне, ни өсөндөр юғалтҡас ҡына ҡәҙерләй шул әҙәм балаһы.