Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2020, 22:00

Коронавирустан прививка яһай башланылар

Әле уны кемдәргә яһайҙар?

5 декабрҙә Башҡортостанға коронавирустан тәүге ҙур партия вакцина килгән – 1200 берәмек. 7 декабрҙән прививка яһай башланылар.
Һүҙ “Гамалея” үҙәгенең “Гам-КОВИД-Вак” вакцинаһы тураһында бара. Тәү сиратта прививкалар коронавирус йоҡторған сирлеләр менән эшләгән кешеләргә – табиптарға, уҡытыу­сыларға, социаль хеҙмәткәрҙәргә эшләнәсәк.
Вакцинаның икенсе партияһы Башҡортостанға декабрь аҙағына тиклем килеп етәсәк. Әлегә ковидтан прививкалар бушлай, табип йүнәлтмәһе буйынса тик дәүләт дауаханалары һәм поликлиникаларында эшләнәсәк.
Радий Хәбиров коронавирус тураһында ғына уйлап, гриптан вакцина яһарға онотмаҫҡа саҡырҙы. Билдәле булыуынса, әле Башҡорт­остан халҡының 40,9 проценты грипҡа ҡаршы прививка һалдырған.

Читайте нас: