Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2020, 01:45

Төлкө тип ҡатынды атҡан...

Ул арала ҡатын, маңлайға кейә торған фонарь ҡуйып, һарайға барырға йыйына.

Был ғәжәп хәл Татарстандың Ҡайбыч районында Ҡоланғы ауылында була. Ауылда бер ҡатын ихатаһына төлкөләр эйәләшеүгә зарлана. Ул был хаҡта ауыл хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Бер аҙҙан, ҡараңғы төшкәс, хакимиәт башлығы әлеге ҡатындың ире менән уларҙың ихатаһында хайуанды көтөп ултырырға була. Ул арала ҡатын, маңлайға кейә торған фонарь ҡуйып, һарайға барырға йыйына. Фонарҙың уты һүрән була, шуға ла хакимиәт башлығы уны төлкө күҙенең ялтырауы тип уйлай. Ир, ҡатын яғына төҙәп, ике тапҡыр ата. Ирҙәр шунда уҡ уны дауаханаға алып барһа ла, ҡотҡарып ҡала алмайҙар.

Хакимиәт башлығының ҡоралға рөхсәте булған, фажиғә ваҡытында эсмәгән, элек хөкөм ителмәгән. Әлеге ваҡиға буйынса тикшереү бара.

Читайте нас: