Ҡороғорвирус арҡаһында бик күп йәштәребеҙ ирекмәнлек эшенә тотондо. Баймаҡ районында йәштәр менән эшләүсе белгес Аҙнағолова Нурзилә лә ауыр хәлдә ҡалыусыларға, мохтаждарға ярҙам итеү теләге менән тәүгеләрҙән булып был изге эшкә буш ваҡытын арнай. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, ти халыҡ. Егерме дүрт йәшлек башҡорт ҡыҙының да тырышлығы ваҡытында баһалана. Уға ил башлығы В. Путин тарафынан “Беҙ бергә!” тип аталған Дәүләт наградаһы тапшырылған.