Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2020, 16:45

Яңы йыл төнөндә ресторандар эшләрме?

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, сикләү йәки рөхсәт биреү буйынса ҡарар ҡабул итер алдынан бөтәһен дә анализларға кәрәк.

Коронавирус пандемияһы сигенергә уйламай әле. Ошоға бәйле сауҙа үҙәктәрендә, туҡланыу урындарында бер сама сикләүҙәр индерелде. Яңы йыл төнөндә кафе-ресторандар нисек эшләйәсәк? Башҡортостан Башлығы Халыҡ-ара бизнес аҙналығының пленар ултырышында ошоға асыҡлыҡ индерҙе. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, Яңы йылда кафе-ресторандарға – тәүлек әйләнәһенә, ә яңы йыл каникулдарында таңғы 6-нан төнгө 2-гә тиклем эшләргә рөхсәт итеү тураһында ҡарар ҡабул ителгән.

«Ресторан бизнесын ике юл менән юҡ итергә мөмкин, ә уны йылдар буйына үҫтерергә кәрәк, шуға күрә эксперттар менән кәңәшләшкәндән һуң уларға яңы йыл байрамдарында эшләргә рөхсәт итергә тигән ҡарар ҡабул ителде. Пандемия ваҡытында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ былай ҙа ныҡ зыян күрҙе. Шул уҡ ваҡытта кафе-ресторандар санитар-эпидемиологик нормаларҙы һәм ҡағиҙәләрҙе, республика Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының тәҡдимдәрен үтәргә бурыслы», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, сикләү йәки рөхсәт биреү буйынса ҡарар ҡабул итер алдынан бөтәһен дә анализларға кәрәк.
«Сама белергә һәм индивидуаль ҡараш булырға, коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдән сығып, һәр төбәк үҙҙәренең ҡарарҙарын ҡабул итергә тейеш. Барыһы ла индивидуаль», — тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: