Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2020, 16:20

Бер ҡабым колбаса өсөн...

Малайҙарҙың икеһе лә дауаханаға эләгә.

Пермь крайында 24 йәшлек ҡатын (балаларҙың әсәһе) һәм уның менән бергә йәшәүсе 28 йәшлек ир сираттағыса кәйеф-сафа ҡоралар. Өҫтәл артынан тороп киткәс, дүрт һәм ике йәшлек балаларҙың береһе улар артынан тороп ҡалған бер киҫәк колбасаны ашай. Был ирҙең сығырынан сығара. Ул балаларҙы өйҙә йөрөгән кейемдәре менән генә подъездға ҡыуып сығара.
Өшөүҙән ҡалтырашып торған балаларҙы күршеләр күреп ҡала. Өйҙәренә индереп, әсәй булған кешегә киҫәтеү яһайҙар. Был ваҡиғанан һуң үгәй атай малайҙарҙың олоһон туҡмай. Хәл нимә менән бөтөр ине, ярай ҙа ул сығып ҡасып өлгөрә. Күршеләренә кереп хәлде аңлата. Тегеләре иһә теҙгенде ҡыҫҡа тота. “Тиҙ ярҙам” һәм полиция саҡырталар. Малайҙарҙы дауаханаға һалалар. Олоһо туҡмалыуҙан тән йәрәхәттәре алған, кесеһе иһә ныҡ өшөгән.
Теге әҙәм аҡтығы ҡулға алынған.
Читайте нас: