Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2020, 00:11

Әбей 900 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Мошенниктар был хәлде бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡуша.

Был аяныслы хәл кисә Салауат ҡалаһында була. 77 йәшлек әбейгә, банктағы аҡсағыҙҙы уғрылар банк хеҙмәткәрҙәре менән бергә урламаҡ булалар, тип шылтыраталар. Әбей быға ышанып, банкта ятҡан 900 мең һум аҡсаһын йәһәт кенә барып алып, тегеләр әйткән иҫәпкә күсерә. Мошенниктар был хәлде бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡуша, әтеү һеҙгә енәйәт яуаплылығы янай, тип ҡурҡыта. Шуға ла әбей бер кемгә лә был хаҡта әйтмәй. Шулай ҙа икенсе көнгә ҡыҙына хәбәр итә. Әле ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Уғрылар көслө психологтар, шуға ундай кешеләрҙән һаҡ булығыҙ, ышанып бармағыҙ.
Читайте нас: