С витамины коронавирустан үлеүселәр һанын 68 процентҡа кәметергә мөмкинлек бирә. Был хаҡта йөҙҙән артыҡ тикшеренеүҙәрҙе анализлаған халыҡ-ара ғалимдар төркөмө хәбәр итә.
Тикшеренеү барышында ғалимдар С витамины Сovid-19 менән ауырыған кешенең хәлен еңеләйтә тигән һығымтаға килгән.Был витаминды ҡулланыу ауыр хәлдәгеләр һанын һәм үлем осраҡтарын күпкә кәметә.
Ковид ауырыуын ауыр кисергән кешеләргә көн һайын 6 грамдан 24 грамға тиклем С витмаины бирергә кәрәк.Интенсив терапия палаталарындағы COVID-19 менән ауырыусы пациентларҙың күбенеһендә С витамины дефициты күҙәтелеүе асыҡланған.