Ленинград өлкәһенең Шлиссельбург ҡалаһында була был күңелһеҙ хәл. Атай-әсәһе балаларын душта йыуына торған гель менән йыуындыра. Өлкәндәр был шыйыҡсанан көслө еҫ килеүенә иғтибар итмәгән. Төнөн бөтә ғаиләгә ҡыйын булып китә һәм Ашығыс ярҙам машинаһы саҡыралар. Балаларҙы дауханаға алып китәләр, өлкәндәргә өйҙә ярҙам күрһәтелә.