Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2020, 22:54

"Беҙгә бала кәрәкмәй!"

Дуҫымдың һүҙҙәре шаҡ ҡатырҙы.

Дуҫымдың туйында йөрөүгә биш йыл да үтеп китте. Әле һаман бәпес алып ҡайтмауҙары менән ҡыҙыҡһынғас, беҙгә бала кәрәкмәй, әлегә үҙебеҙ өсөн йәшәйбеҙ, тип шат ҡатырҙы. Бер ҡараһаң, уларҙың барлыҡ мөмкинлеге бар кеүек, атай-әсәйҙәре туйҙа уҡ фатир бүләк итте, эш урындары ла һәйбәт.
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа йәштәр өйләнешергә лә, ғаиләһен ишәйтергә лә ашығып бармай. Мәҫәлән, 2020 йылда Башҡортостанда тыуым һиҙелерлек кәмегән. Республикала октябрҙә 3474 бала тыуған, был былтырғы йылдың ошо осоронан 293 балаға әҙерәк. Быйыл 10 ай эсендә республикала 34408 бала тыуған – был уҙған йылдың ошо уҡ осоронан 1013-кә кәмерәк.
Читайте нас: