“Ай ҡыҙы” премьераһы уңышлы үткәс, икенсе бүлеген төшөрөү башлана. Был юлы ла актриса яратҡан эшенә баш көллө сума. Тап шул мәлдә әсәй булырға йөрөгәнен белеп ҡала. “Киләсәктә һиңә кәрәкле йүнәлештә генә төшөрөрбөҙ”, – тип режиссер ҙа был яңылыҡты ҡыуанып ҡабул итә. Тик дәртләнеп башланған эш аҙағынаса барып етә алмай ҡала. Төп герой үҙен насар тоя башлай. “Икенсе өлөштә лә иңемә ятҡан яуаплылыҡты етди ҡабул итеп ентекле әҙерләнгән инем. Тик тыуасаҡ балаларымдың хаҡына баш тартырға тура килде. Сөнки алдан ике игеҙәк улым биш айлыҡ яралғы саҡтарында үлеп ҡалдылар. Сценарийҙы дауаханан килеп алдылар. Шулай кәрәк икәнлеген бар булмышым менән аңлаһам да, барыбер йөрәгемдең бер өлөшө кителеп төшкәндәй булды”, – ти ул.
Кеше ғүмерендә, шулай ҙа, ваҡиғалар ҡабатланып торалыр ул. Бер ерҙә нимәлер килеп сыҡмаһа, икенсеһендә ниндәйҙер мөмкинслек асыла тейеү дөрөҫөрәктер ҙә, бәлки. Үткән йылы “Йөрәк һүҙе” бәйгеһендә ҡатнаша. Сәхнәгә сығыр ваҡыт еткәндә актриса Римма Ҡаһарманова бәпәй көткәнлектән баш тарта, икенсе финалға алмашсы булараҡ алынған нәфис һүҙ оҫтаһы уның урынына сығыш яһай. Ярым финалға ла үтә. Еңеү өсөн алышҡа бер аҙым ҡалғас ҡына төшөп ҡала. Һуңынан бының өсөн тамашасы төрлө яҡлап ризаһыҙлығын белдерә. Финалда бер һүҙһеҙ ҡатнашырға тейеш ине, тип иҫәйпләй улар. Жюри ағзалары ла быны инҡар итмәй. Бары тик ул уҡыған Рәми Ғариповтың “Урал йөрәге” әҫәрендә Ленинға ҡағылышлы юлдар булыуын ғына оҡшатмайҙар.
Ә теге юлы малай менән ҡыҙ тыуасағын берәүгә лә, хатта яҡындарына ла әйтмәйҙәр. Тәүгеләрҙән булып ғаиләнең яҡын дуҫтары “Юлдаш” радиоһында Рөстәм Ғиззәтуллин алып барған “Күстәнәс” тапшырыуынан бөтә республиканан һөйөнсө алалар.
Бәләкәстәргә Нурис менән Нуриҙә тип, исемдәрен аталарыныҡына оҡшатып ҡушырға теләйҙәр. Юрис – Стәрлебаш яҡтарында киң таралған. Урындағы халыҡ латыштар менән ҡатышып йәшәгәс, уларҙан килеп сыҡҡан тип, фаразлана.
Тик әсәй кешегә улының исеме ҡолағына ятмаған кеүек булып тойола. Нимә аңлатҡанын белмәүе лә күңелен өйкәп тора. Бер мәл “БСТ” каналында “Аҡ тирәк, күк тирәк” тапшырыуына саҡыралар. Шунда уйы тормошҡа аша. Телевидениеға махсус саҡырылған мулла, бар халыҡ алдында, Нурислам менән Нуриҙә тип ҡабаттан аҙан ҡысҡыра.
Ағаһы менән апаһы үҫеп бөткәс кенә донъяға килгән Динисламға ла исем ҡушыу йолаһы ике тапҡыр атҡарыла. Беренсеһендә, йәш балалы ғаилә яҡындары менән Өфөнөң бер мәсетенә баралар. Йола буйынса, сабый уртаға мендәргә һалынырға тейеш. Тик мулла быларҙың береһен дә эшләмәй. Етмәһә, ҡөрьән уҡыған сағында телефоны шылтырай. Яуап бирә лә, өҙөлгән доғаны кире дауам итә. Был күренеш, әлбиттә, берәүгә лә оҡшамай. Шуға ла, исем туйын ауылда ҡабаттан йыйылышып үткәрәләр.
Был донъяла әсә мөхәббәтенән дә юғарыраҡ, татлыраҡ хис юҡлығын үҙендә татып белгән Эльмира Юлдашева ҡушарлап ҡушылған исемдәре кеүек балаларының бәхеттәре лә игеҙ булһын тип теләй. Әлеге ваҡытта Нуриҙа менән Нурислам техникумдарҙа белем алһалар, Динислам алтынсы класта уҡый, футбол менән етди шөғөлләнә.