Бөгөн, 13 декабрҙә, Өфөнөң Рубежный урамында урынлашҡан «Леруа Мерлен» магазинына килеүселәрҙе эвакуациялағандар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, автоматик янғын сигнализацияһы эшләп китә.
Янғын һүндереүселәр килеп еткәнгә тиклем, төҙөлөш магазинынан 300-ләп кеше, шул иҫәптән 20 баланы тышҡа сығаралар.
Әле белгестәр сигнализацияның эшләп китеү сәбәбен асыҡлай.