Башҡортостан мәғәриф министры Айбулат Хажин мәктәптәрҙә ҡышҡы каникул башланыу ваҡытын әйтте.Уҡыусылар 30 декабрҙән ял итә башлай һәм каникул 11 ғинуарға тиклем дауам итә.
7 ноябрҙән башлап ҡайһы бер уҡыусылар дистанцион уҡыуға күсте.Сығарылыш класс һәм 1- 5 класс уҡыусылары мәктәпкә йөрөп уҡыуын дауам итте. 7 декабрҙә барлыҡ уҡыусыларҙа мәктәпкә йөрөй башланы.
Әлегә ҡышҡы каникулды оҙайтыу мәсьәләһе хәл ителмәгән.