Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2020, 21:30

Аҡмулла стипендияһына кемдәр лайыҡ булды?

Башҡорт теле көнө ни өсөн 14 декабрҙә билдәләнә?

Бөгөн, Башҡорт теле көнөндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында булып, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға лайыҡ булған юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттары студенттарын тәбрикләне. Бүләкләү тантанаһы алдынан республика Башлығы бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһенең уҡыу йорто алдында ҡуйылған һәйкәленә сәскә һалды.
Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов 2019 йылда булдырылған Башҡорт теле көнөнөң әһәмиәтен билдәләп, туған телдәргә ҡарата күрһәтелгән иғтибар һәм хәстәр өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
– Башҡорт теле көнөн билдәләү өсөн дата һайлағанда беҙ юҡҡа ғына 14 декабргә туҡталманыҡ. Тап ошо көндә башҡорт халҡының мәғрифәтен һәм милли әҙәбиәтен үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индергән шағир-мәғрифәтсе тыуған. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия Башҡортостан халыҡтары телдәрен үҫтереү өлкәһендә тырышлыҡ күрһәткән йәш таланттарҙы баһалау маҡсатында булдырылды, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ педагогия университетының тотороҡло үҫешен күрәбеҙ, уҡыу йортона киләсәктә лә ярҙам итәсәкбеҙ. Уның уҡыу комплекстары янындағы биләмә лә үҙгәрә. Киләһе йылда беҙ Өфөлә яңыртылған Совет майҙанын асасаҡбыҙ, унда тағы бер бөйөк яҡташыбыҙға – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ.
БДПУ-ның уҡытыусылар коллективы республикала булдырыласаҡ Евразия фәнни-белем биреү үҙәге базаһында ғәмәлгә ашырырға йыйынған проекттары менән таныштырҙы. Улар араһында емеш һәм йәшелсә культураларының уңышын арттырыуға булышлыҡ итәсәк диңгеҙ ылымыҡтары суспензияһы етештереүгә бәйле проект та бар ине. Төбәк Башлығы был яңылыҡты “Ауыл сәғәте” ултырышында тикшерергә тәҡдим итте.
Юғары уҡыу йортоноң тағы бер проекты башҡорт телен дистанцияла өйрәнеү буйынса Халыҡ-ара система булдырыуға йүнәлтелгән. Был башланғыс сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә, шулай уҡ ҡыҙыҡһыныуы булған башҡа кешеләргә башҡорт теленең һөйләш һәм яҙма телмәр нигеҙҙәрен өйрәнергә, Башҡортостандың бай тарихы һәм мәҙәниәте менән танышырға булышлыҡ итәсәк.
Белешмә: Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия йыл һайын биш – юғары һәм ун урта һөнәри уҡыу йорто студентына тапшырыла. Ул булдырылған мәлдән, йәғни 2006 йылдан алып, исемле стипендияға 225 студент лайыҡ булған.
Читайте нас: