Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2020, 11:40

Ҡолбаҡтарҙың шатлығы

Халыҡҡа ваҡытлы һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, медицина белгестәренә уңайлы шарттарҙа эшләү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған.

Ҡыйғы районының Ҡолбаҡ ауылында шатлыҡлы хәл: өр-яңы модулле фельдшер-акушер пункты асылды. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә башҡарылған. Ошо ҙур ваҡиғаны халыҡ күптән көтә ине.
Хәҙер ҡолбаҡтар яҡты, йылы, яңы медпунктҡа йөрөйәсәк. Майҙаны – 71,48 квадрат метр, ул барлыҡ заман талаптарына яуап бирә. Халыҡҡа ваҡытлы һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, медицина белгестәренә уңайлы шарттарҙа эшләү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған.
Бында фельдшер һәм акушер кабинеттары булдырылған, процедура-прививка, санитар, персонал өсөн бүлмәләр бар. Һыу һәм канализация, электр йылылығы үткәрелгән, өр-яңы медицина ҡорамалдары ҡайтарылған.
Әлеге көндә төп проблема булып фельдшер юҡлығы ҡала, әммә был йүнәлештә әүҙем эштәр алып барыла. Әлегә Ҡолбаҡ ауыл халҡына фельдшер-акушер пункты мөдире вазифаһын башҡарыусы Гөлшат Рәфит ҡыҙы Фазлетдинова медицина ярҙамын күрһәтәсәк.
Яңы медицина учреждениеһы халыҡҡа беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өлкәһендә ҙур мөмкинлектәр аса, йәшәү сифатын яҡшырта.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған ошо башланғысҡа ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник хәле заманға ярашлы яңыртыла.
Читайте нас: