Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2020, 11:30

Зөлфиә менән Гөлсөм - иң оҫталары!

Уларҙың эшенә хайран ҡалдылар.

“Башҡорт шәле-2020” республика фестиваль-конкурсына республиканың 15 районынан һәм ҡалаһынан 82 автор үҙ эшен ебәргәйне.
Был сара йәмғиәттең ҡыҙыҡһыныуын милли халыҡ кәсептәренә – башҡорт шәленә йәлеп итеү, халыҡ оҫталарының һөнәри кимәлен күтәреү, тәжрибә уртаҡлашыу һәм башҡа маҡсаттарҙа үткәрелә. Ә был бурыстар – ил Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарының береһе.
Шулай итеп, ошо көндәрҙә республикабыҙҙа иң матур шәл бәйләгән оҫталар асыҡланды. Фестивалдең гран-приһына ике ҡатнашыусы лайыҡ булды. Жюри ағзаларына матур, еңел шәлдәр оҡшаған. “Иң яҡшы мамыҡ шәл” дипломы Ейәнсура районынан Зөлфиә Бикбулатоваға тапшырылды.
“Иң шәп селтәр шәл” номинацияһында икенсе Гран-при Мәләүез районынан Гөлсөм Иҫәнғоловаға бирелде.
Бынан тыш, Өфөнән Зөлфиә Хужәхмәтова “Иң яҡшы ажур шәл” дипломына лайыҡ булды. “Иң яҡшы мамыҡ шәл” номинацияһында Гүзәлиә Сәғитова (Көйөргәҙе районы), Шәрифә Ҡорманаева (Ейәнсура районы), Зөлфиә Вапаева (Стәрлебаш районы), Нурия Мәүлиева (Күгәрсен районы), Зәлиә Сыңғызова (Йылайыр районы), Альмира Клементьева (Күмертау ҡалаһы), Әлфиә Ишмырҙина (Ейәнсура районы) лауреаттар тип табылды. Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында хәбәр ителеүенсә, уларҙың барыһына ла аҡсалата бүләк тапшырылған.
Читайте нас: