Эстрда йондоҙо Элвин Грейға 9 декабрҙә Ҡазанда уҙған концерты өсөн штраф һалыуҙары ихтимал. Белгестәр уны тамашала һаҡланыу саралары күрелмәүҙә ғәйепләй. «Kazanfirst» баҫмаһы яҙыуынса, белгестәр әлегә ҡағиҙә боҙоуҙарҙы социаль селтәрҙәге сығанаҡтарҙан асыҡлаған. Видеоларҙа тамашасы йырсы менән ҡосаҡлаша һәм улар битлек кеймәгән, һаҡланыу дистанцияһы ла үтәлмәгән.
1 4 декабрҙә концертты ойоштороусыға ҡарата материалдар судҡа ебәрелгән