Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2020, 19:10

Араҡы эсмәһәгеҙ ҙә ярап торор!

Ниндәй көндәрҙә иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйыласаҡ?

Республикала ғәмәлдә булған законға ярашлы, Башҡортостанда 3 ғинуарҙа алкоголь һатыу тыйылған, 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа уны һатыу ваҡыты көндөҙгө сәғәт 2-нән иртәнге 10-ға тиклем сикләнгән. Йәғни ошо өс көндә республика биләмәһендә иҫерткес эсемлектәр менән тәүлегенә дүрт сәғәт – иртәнге 10-дан көндөҙгө 2-гә хәтлем генә сауҙа итергә мөмкин. Законда ҡаралған сикләүҙәр йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәттәрен күрһәткәндә алкоголь һатыуға ҡағылмай – был көндәрҙә кафе-ресторандарҙа хәмер һатырға мөмкин.

Читайте нас: