Телеграммала Путин яңы һайланған президентҡа бар йәһәттән дә уңыштар теләне. "Рәсәй һәм АҠШ, ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙә булыуҙарына ҡарамаҫтан, глобаль хәүефһеҙлек һәм тотороҡлолоҡ өсөн яуаплылыҡ йөрөтөп, бөгөнгө шарттарға килеп тыуған күп проблемаларҙы хәл итеүгә өлөш индерә ала", тиелә унда. "Һеҙҙең менән эшлекле бәйләнештәргә һәм хеҙмәттәшлеккә әҙермен", - тигән ул.