Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2020, 19:00

«Һеңлекәш»кә бөтәһе ғашиҡ булды

Уны күп илдәр оҡшатты.

«Һеңлекәш» фильмы Италияла Х «Витторио Венето» халыҡ-ара балалар фильмдары кинофестивалендә йәштәр фильмдары араһында иң яҡшыһы булды. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән картинаның режиссеры – Александр Галибин.

Фильм 2020 йылдың 16 ноябренән 12 декабренә тиклем онлайн форматта күрһәтелде. Конкурс программаһында Ҡытайҙан, Һиндостандан, Рәсәйҙән, Чехиянан, Германиянан һәм Италиянан 12 фильм ҡатнашты.

«Һеңлекәш» хәрби драмаһы Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы тарафынан төшөрөлгән. Таҫма 2019 йылдың 19 сентябрендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығы уңайынан экранға сыҡты.

Фильм Мәскәү, Санкт-Петербург, Плесс, Ялта, Светлогорск, Выборг, Волоколамск, Смоленск, Түбәнге Новгород, Төмән, Владимир, Тамбов һәм Туапсе ҡалаларында уҙған фестивалдәрҙә, шулай уҡ Лондонда, Брюсселдә һәм Венала күрһәтелде.

Читайте нас: