Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2020, 21:55

Әсәлек капиталы арта

2021 йылда 1,2 миллион ғаилә Әсәлек капиталы ала аласаҡ.

2021 йылда Әсәлек капиталы 3,7 процентҡа артасаҡ. Беренсе бала өсөн түләү 466 617 һумдан 483 882 һумға тиклем, икенсеһендә 616 617 һумдан 639 432 һумға тиклем күтәреләсәк.
Шул уҡ ваҡытта ғаилә беренсе балаға Әсәлек капиталы алған булһа, икенсе сабыйға өҫтәмә түләү күләме 155 550 һум тәшкил итәсәк. 2021 йылда 1,2 миллион ғаилә Әсәлек капиталы ала аласаҡ.
Аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, балаларҙы уҡытыуға, әсәнең тупланма пенсияһын формалаштырыуға, инвалид балаларҙың социаль адаптацияһына йүнәлдереүгә рөхсәт ителә. Быйылдан Әсәлек капиталын баҡса участогында йорт төҙөүгә лә тотонорға мөмкин.
Әйткәндәй, һеҙҙең арала ла Әсәлек капиталы алыусылар барҙыр. Уны нимәгә тотондоғоҙ? Бәлки, таныштарығыҙ араһында дәүләт ярҙамын бүтән маҡсатта сарыф иткәндәрҙе беләһегеҙҙер?
Читайте нас: