Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2020, 22:15

“Шоңҡар”ҙы йәштәр журналы тиһәләр ҙә, унда баҫылғандарҙың йөкмәткеһе һәр быуын уҡыусыһына яҡын

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт һәм төрки филология факультеты деканы Рәйсә Хәким ҡыҙы Илишева киләһе ярты йыллыҡҡа ете баҫмаға яҙылған.

Башҡорт теле йылын оҙатып, ғаиләбеҙ менән ете баҫмаға яҙылдыҡ. Туған телдәге матбуғатты һаҡлап ҡалыуҙа башҡаларҙың да, бигерәк тә милли интеллигенциябыҙҙың үҙ өлөшөн индереүенә шигем юҡ. Яратҡан журналым "Шоңҡар"ға быйыл да яҙылдым! Журналды йәштәр журналы тиһәләр ҙә, унда баҫылғандарҙың йөкмәткеһе һәр быуын уҡыусыһына яҡын. Заманса, алға, киләсәккә йүнәлгән баҫма, рәхмәт редакцияға! Миңә журналда донъя күргән материалдар араһында тормошта үҙенең урынын тапҡан йәштәр тураһындағылары бик оҡшай. Беҙ үҙебеҙҙе, халҡыбыҙҙы белеп тә бөтөрмәйбеҙ икән, тип уйлап ҡуям. Халыҡтың социаль-демографик хәле тураһында ҡыҙыҡһынып уҡыйым. Йәш ғалимдар тураһында, уларҙың ғаилә хәленән, тормош-көнкүрешенән бигерәк, фәнни концепциялары, донъяға ҡараштары тураһында ла уҡыр инем... Тарихсылар, социологтар, философтар, химик һәм математиктар - йәштәр ни тураһында уйлай, ниҙәр кисерә бөгөн? Журнал үҙ геройҙарын бизнес өлкәһендә лә, сәнғәт өлкәһендә лә, тырышып икмәк тапҡан ябай йәш кешеләр араһында ла эҙләр, тип ышанам!
Читайте нас: