Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2020, 09:20

Яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлдө

Иҫке мәктәп авария хәлендә була.

Нуриман районы Первомайск ауылында балалар баҡсаһы менән берләштерелгән мәктәп төҙөлөп бөттө. Был маҡсатҡа “Белем биреү” милпи проекты ярҙамында өлгәшелде. Объектты төҙөү 2019 йылдың көҙөндә башланғайны. Уның дөйөм майҙаны ике мең квадрат метр тирәһе. Мәктәп – 60, балалар баҡсаһы 20 урынға иҫәпләнгән. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы биләмәһендә спорт, төрлө саралар үткәреү, әүҙем ял майҙаны бар. Ауыл халҡы быны ҙур бүләк тип ҡабул итте. Сөнки иҫке мәктәп авария хәлендә була.
#Национальныепроекты
#Миллипроекттар
Читайте нас в