Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2020, 08:35

Бөгөн клубҡа килегеҙ, йәме!

Күңелле буласаҡ!

18 декабрҙә Илеш районында, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, бер нисә мөһим объект асыла.
Ябалаҡ ауылында өр-яңы клуб ишектәрен аса. Проектта 300 урынлыҡ заманса тамаша залы, өлкәндәр һәм балалар клубтары эше өсөн бүлмәләр, балалар сәнғәт мәктәбе филиалы ҡаралған. Ошо уҡ бинала китапхана ла урынлаша. Мәҙәниәт йорто Ябалаҡ, Илеш, Үрге Юлдаш һәм Иҫке Татыш ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк.
Ошо уҡ көндә Андреевка ауылында ла яңы быуын модель китапханаһы һәм яңыртылған мәҙәниәт йорто асыла. Бер ҡыйыҡ аҫтында 200 урынлыҡ кино-концерт, дискотека, хореография залдары, хор һәм театр стулиялары, музей-күргәҙмә комплексы һәм башҡалар урынлаша. Әле бында 10 клуб төркөмө эшләй.

#ВладимирПутин

#Национальныепроекты
Читайте нас: