Картуф составындағы ҡайһы бер матдәләрҙең кеше организмына насар йоғонто яһауы асыҡланған. Картуф бүлбеһе үҫкәндә унда туплана торған алкалоидтар йөклө ҡатындарға зыян килтерергә мөмкин. Был осраҡта әсә ҡарынындағы баланың үҫешендә проблемалар сығыуы ихтимал.Ҡан составында шәкәр күп булған кешеләргә лә бәрәңгене самалап ҡына ашарға кәрәк.
Бөйөрҙәре ауырыған кешеләр бәрәңгене күп ашаһа, йәшелсә составындағы калий насар тәьҫир итеүе ихтимал.
Ҡабығында йәшел таптар булған бәрәңгене ашамау яҡшы. Сәбәбе — соланин миҡдары ҙур булыу. Әлеге матдә күп йыйылһа, кеше сәламәтлегенә насар йоғонто яһай. Бешеп етмәгән бәрәңге лә зыянлы.