Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2020, 20:20

Владимир Путин республика Башлығын маҡтап телгә алды

Ул ҡатындың ҡайҙан яҙғанын асыҡларға, уның проблемаһын хәл итергә ҡушты.

Бөгөн Владимир Путин йыл йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Сара ваҡытында колл-үҙәк эшләне. Унда дәүләт башлығы исеменә бөтә Рәсәй халҡынан һорауҙар килде.
Тура эфирҙа яңғыраған бер һорау Башҡортостан кешеһенеке булды. Күмертау ҡалаһынан Әлгизә Туҡтарова ноябрь һәм декабрь айҙарында үҙенең туғыҙ айлыҡ балаһына пособие ала алмағаны тураһында әйтеп, уның киләһе йылда булыу-булмауы хаҡында ҡыҙыҡһынды.
Владимир Путин белдереүенсә, әгәр әсә ноябрь, декабрь өсөн аҡса ала алмаған икән, тимәк, ғәмәлдәге ярҙам системаһында проблемалар килеп сыҡҡан. Ул ҡатындың ҡайҙан яҙғанын асыҡларға, уның проблемаһын хәл итергә ҡушты.
– Ғәмәлдәге системаның эшен көйләргә кәрәк, аҙаҡ инде яңы түләүҙәр тураһында уйларға, – тине Владимир Путин.
Мөрәжәғәт итеүсенең Башҡортостандан икәнлеген белгәс, ул беҙҙең етәкселеккә ҡарата үҙ фекерен дә белдерҙе.
– Башҡортостанда һөҙөмтәле эшләгән йәш, әүҙем етәксе, минеңсә, ул әле беҙҙе мотлаҡ ишетә. Эйе, ҡайһы берҙә пособиелар түләүҙә өҙөклөктәр барлыҡҡа килеүе бар, мәсьәлә хәл ителер тип уйлайым, – тине ул.
Читайте нас: