Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2020, 08:20

Яңы МРТ килде

Яңы ҡорамал белгестәргә яман шеште иҫкәртеү буйынса ныҡ ярҙам итәсәк.

Өфөнөң 21-се дауаханаһында магнит-резонанс томографы ҡуйыла. Заманса диагностика сараһына был дауахана В.В. Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы эйә булды.
Йыл аҙағына тиклем магнит-резонанс томографы эшләй башлаясаҡ. Бөгөнгә был ҡиммәтле аппаратты ҡороу эштәре бара. Был хаҡта БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
“МРТ ҡорамалы белгестәргә яман шеште иҫкәртеү буйынса ныҡ ярҙам итәсәк, – ти дауахананың баш табибы Ринат Нагаев. – Бынан тыш, ул баш мейеһендә ҡан әйләнеше боҙолоуын да беренсе тәүлектәрҙә үк асыҡларға булышасаҡ”.
Әле инженерҙар аппаратты һыуытыу, кондиционер системаларын ҡуя, МРТ-ны монтажлау эштәрен башҡара. Яҡын көндәрҙә был диагностикалау сараһының эшен көйләү планлаштырыла, ә 20 декабргә инде ул “эшкә егелер” тип күҙаллана. Дауахана пациенттарына тикшерелеү бушлай.
2020 йылда федераль бюджет иҫәбенә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы 12 ҡыйбатлы медицина ҡорамалы – компьютер томографтары һатып алынған.
Читайте нас: