Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2020, 21:54

Йыш талашмаҫ өсөн нишләргә?

Психологтар был уңайҙан ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кәңәштәр әҙерләгән.

  • Психологтар был уңайҙан ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кәңәштәр әҙерләгән. Бергә йәшәй башлауға уҡ һөйгәнеңдән күңелең ҡайтмаһын өсөн, буласаҡ тормош иптәшеңде һынап ҡарарға кәрәк, тип әйтә белгестәр.
  • Әйтәйек вәғәҙәләшеп йөрөгән егетегеҙҙе өйгә ремонт ваҡытында йәки баҡсала "ураҡ өҫтө"ндә ярҙамға саҡыра алаһығыҙ. Уҡыуҙа йәки өй эштәрендә ярҙам итешеү – бер-береңде өйрәнергә уңайлы ваҡыт, кемдең кем икәнен аңларға мөмкинлек тыуасаҡ. Икенсе мәсьәлә итеп, майға ҡатҡан халат, тубығы сыҡҡан триколарын сүплеккә ташлағыҙ! Бигуди, аяҡ кейеме йыртылып бөткән, төҫө һәм формаһы юғалған эске күмәккә “юҡ!“ тиегеҙ. Гел матур, ыҫпай һә йәлеп итеүсе булығыҙ. Һеҙҙән оялып, ирегеҙ ҙә үҙен тәртипкә килтерә башлар.
    Читайте нас: