Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2020, 16:09

Бөтә ғаилә һәләк булды...

Иң тәүҙә өлкән ҡыҙы мәрхүм була.

Өфөлә бер ғаиләнән өс кеше бер-бер артлы коронавирустан донъя ҡуйған. 7 ноябрҙә 47-се поликлиниканың ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы акушеркаһы Гөлнара Зәрәфетдинова вафат булған.
«Ул һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға тырышты, үҙ эшен ныҡ яратып, бар күңелен һалып башҡарҙы. Яратҡан әсәй, өләсәй, ҡыҙ, апай, ҡатын һәм һәйбәт дуҫ. COVID-19 уны аяманы, ә уның бик йәшәгеһе килде», — тип яҙалар төркөмдә.
Өлкән ҡыҙын юғалтҡас, биш көндән һуң, шулай уҡ инфекциянан һуң өҙлөгөп, Гөлнараның 78 йәшлек атаһы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе Тәлғәт Зәрәфетдинов баҡыйлыҡҡа күскән. 25 ноябрҙә Гөлнараның ире Виктор Товстюк донъя ҡуйған, улар икеһе лә дауаханала ятҡан. Уға 68 йәш булған.
Мәрхүмдәрҙең туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: